Ғафури районы прокуратураһы Ташбүкән ауылы советы рәйесенә ҡарата депутатлыҡ вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарар сығарған - “Законһыҙ рәүештә һунарсылыҡ итеү” статьяһы тураһындағы суд ҡарары үҙ көсөнә ингән.
Судта асыҡланыуынса, депутат һунарсы билеты, пневматик ҡорал һаҡлау, йөрөтөү өсөн махсус рөхсәте булмаған килеш, мышыға атҡан.
Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, депутатҡа ҡарата судтың ғәйепләү ҡарары үҙ көсөнә инһә, уның вәкәләттәре туҡтатыла. Шулай итеп, прокурор талаптары үтәлгән һәм депутаттың вәкәләттәре туҡтатылған.