Хәүефһеҙлек
1 Декабрь 2020, 12:00

Ә битлеге ҡанға батҡан...

Уны кем үлтергән?

Баш ҡаланың Киров районындағы фатирҙарҙың береһендә ир кешенең кәүҙәһе табылған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһының хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы үҙ сығанағы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, иргә 47 йәш булған. Уның кәүҙәһе йәрәхәттәр менән ҡапланған, күп урындан һыҙырылған һәм күгәргән. Ирҙе тапҡан бүлмәлә туҙышып араҡы шешәләре һәм ҡашығаяҡ ятҡан.
Шуныһы, ирҙең медицина битлеге лә ҡанға батҡан булған. Шулай уҡ енәйәт урынына килгән криминалистар ҡанлы простыня һәм ике мылтыҡты алған.
Кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына тапшырғандар. Тәфтиш комитеты иһә енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһен хәл итә.
Фото: surb.sledcom.ru
Читайте нас