Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыштың тәүге көнө аяныслы хәл менән башланды: таң менән Шишмә ҡасабаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, "ВАЗ-2107" автомобиле менән "Renault Duster" сит ил маркалы автомобиль бәрелешә.
Бәрелеш шул тиклем көслө була: "етенсе" модель рулендәге 82 йәшлек оло йәштәге водитель шунда уҡ йән бирә. Уның машинаһы ныҡ зыян күрә, иҙелә, ҡотҡарыусыларға ирҙе махсус техника ярҙамында сығарырға тура килә. Сит ил маркалы автомобиль рулендә Шишмәнән 30 йәшлек ир ултырған.
Аварияның сәбәптәре асыҡлана. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!