Хәүефһеҙлек
2 Декабрь 2020, 18:15

Ульяновск өлкәһе вәкилдәренән – юғары баһа

Бөгөн өлкә делегацияһы Стәрлетамаҡтағы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге менән танышты.

Бөгөн Стәрлетамаҡтағы клиника-диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәгенә Ульяновск өлкәһе делегацияһы барҙы.
Ульяновск өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Александр Смекалин, төҙөлөш һәм архитектура министры Константин Алексич һәм Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү департаменты директоры Олеся Колотик-Каменева госпиталде ентекле ҡарап сыҡты. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов оҙатып йөрөнө.
Мәғлүм булыуынса, яңы үҙәк төҙөлөшө 10 октябрҙә башланғайны. 50 көн эсендә төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Әле эшселәр медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡорамалдарҙы эшкә ҡушыу-көйләү йәһәтенән ярҙам итә.
"Ульяновск өлкәһе делегацияһынан ыңғай фекер ишетеүебеҙгә шатбыҙ, – тине Андрей Назаров. – Һеҙ – ошо проектты нигеҙ итеп алған 15-се төбәк. Силәбелә төҙөп тә ҡуйҙылар. Ульяновск өлкәһендәге партнерҙарыбыҙға проект менән генә түгел, Башҡортостан төҙөүселәрен ебәреп тә ярҙам итергә әҙербеҙ".
Александр Смекалин яңы үҙәктән ыңғай тәьҫораттар алғаны тураһында белдерҙе.
"Объект күп функциялы. Ул кешенең медицина хеҙмәтенә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек. Үҙәк тиҫтә йылдар дауамында республика һәм ҡала халҡына хеҙмәт итәсәк, – тине ул. – Тәьҫораттар бик шәп, республика етәкселегенә, Хөкүмәт рәйесенә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороуҙа тәжрибә уртаҡлашырға әҙер булғандары өсөн ҙур рәхмәт. Хеҙмәттәшлекте яйға һалырбыҙ тип ышанам. Бындай объектты мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Беҙҙе Башҡортостан тәжрибәһе, атап әйткәндә, комплекслы ҡараш ҡыҙыҡһындырҙы. Бында монокорпустар һалыу менән генә шөғөлләнмәйҙәр, ә аныҡ биләмәлә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен төрлө яҡлап хәл итәләр. Ошондай ҡараш йәшәргә хоҡуҡлы, сөнки ул – медицина объекттары өлкәһендә өр-яңы күренеш".
Фото: Виталий Григорьев.
Читайте нас