Бынан ике аҙна элек Белорет районында 42 йәшлек Әлфиә Дауытованың юғалыуы, ә үткән шәмбелә ҡатындың кәүҙәһен күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһы эргәһендә табыуҙары хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
“Комсомольская правда” порталы яҙыуынса, үлтереүсе ҡатындың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаған, унан кәүҙәне ҡыуаҡтар араһында ташлап киткән.
Унан иһә ошо уҡ мәғлүмәт порталы, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып, ҡатынды тапҡансы, уның кәүҙәһенә ҡырағай йәнлектәр теш тейҙереп өлгөргән, тип хәбәр итә. Кәүҙә экспертизаға оҙатылған.
Әлфиәнең таныштары белдереүенсә, ҡатын был әҙәм аҡтығы менән бер йылға яҡын ғүмер иткән. Ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ҡатындың йортонда йәшәгән, быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 2001 йылда уны кеше үлтергән өсөн, ә 2011 йылда талауҙа ҡатнашҡанға тимер рәшәткә артына оҙатҡандар.
Әлфиә Дауытованың ауылдаштары әйтеүенсә, Бәхтийәр Эшенкулов үҙенең криминаль үткәне тураһында ҡатынға һөйләмәгән.
18 ноябрҙә был икәү ҡатындың машинаһында Магнитогорскка юлланған, 19-да иһә ҡала баҡсалары биләмәһенә туҡтағандар. Бәлки, Эшенкулов тап ошонда ҡатындан ҡотолорға уйлағандыр ҙа... Һәр хәлдә, тап баҡсалар биләмәһендә улар бәхәсләшеп киткән, икеһенең дә бығаса алкоголле эсемлектәр ҡулланғаны билдәле.
Машина эсендә үк вәхши ҡатынға бысаҡ менән ташланған, унан йәнһеҙ кәүҙәне ҡыуаҡтар араһына алып барып ташлаған. Ә үҙе Әлфиәнең автомобилендә енәйәт урынын ҡалдырған, Верхнеуральск ҡалаһы янында машинаны ташлап, Екатеринбургка юлланған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уны тап шунда тотҡан да.
Әлфиәнең ике балаһы ҡалыуы мәғлүм. Туғандары был күңелһеҙ тарих тамамланғанға тиклем тик яҡшыға өмөтләнгән.
Бәхтийәр Эшенкулов әлеге ваҡытта һаҡ аҫтында, енәйәт эшенең барлыҡ үҙенсәлектәре асыҡлана.
Әлфиәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.