Кисә таң менән Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылында ҡурҡыныс янғын сыға, ағас йорт яна. Ҡотҡарыусылар асыҡ утты 40 минут эсендә һүндерә, әммә бәлә ҡорбанһыҙ үтмәй. 60 йәшлек ҡатын мәйетенең өлөштәре табыла.
Шул көн иртәһендә Бәләбәй районында ла янғын арҡаһында фажиғә теркәлә. Савкин ауылының Үҙәк урамында урынлашҡан ағас йортта сыҡҡан утты һүндергән ваҡытта ҡотҡарыусылар 70 йәшлек ир кешенең кәүҙәһен таба.
Ә кискеһен баш ҡаланың Степан Халтурин урамындағы күп фатирлы йортҡа ла бәлә килә. Йорттоң бишенсе ҡатында урынлашҡан өс бүлмәле фатирҙа ут сыға. Ҡотҡарыусылар ҡурҡыныс янаған майҙандарҙан 22 кешене, шул иҫәптән дүрт баланы эвакуациялайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡыҙыл әтәс” был юлы ла ҡорбанһыҙ китмәй – янғын сыҡҡан фатир хужаһы һәләк була.
Өс фажиғәле осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре бара.
Үкенескә күрә, янғын сығыу осраҡтары, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуы һәм йәрәхәтләнеүе кәмемәй. Ут сығыуҙың төп сәбәптәре – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.