Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2020, 17:30

“Ирекмәндәрһеҙ ҡыйынға тура килер ине”

Александр Сидякин 23 ирекмәнгә Рәсәй Президенты грамоталарын һәм #БеҙБергә акцияһының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.

Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө алдынан, 3 декабрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин 23 ирекмәнгә Рәсәй Президенты грамоталарын һәм #БеҙБергә акцияһының иҫтәлекле миҙалдарын тапшырҙы.
Бүләкләнгәндәр араһында муниципалитеттарҙағы ирекмән штабтары етәкселәре, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының һәм “Беҙҙең хәстәрлек” проектының төбәк бүлексәләре вәкилдәре, Башҡортостанда акцияның партнеры булған эшҡыуарҙар бар.
"Әле пандемияға бәйле хәл ҡатмарлы, әммә уны еңеп сығырбыҙ тип ышанам. Ирекмәндәрһеҙ беҙгә ҡыйынға тура килер ине. Улар үҙҙәренең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, граждандарҙы аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин итә", – тине Александр Сидякин.
Республика буйынса 300-ҙән ашыу ирекмән миҙалға тәҡдим ителде. Эпидемиологик хәлгә бәйле наградалар төркөмләп тапшырыла.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас