Хәүефһеҙлек
3 Декабря 2020, 13:30

Урлашыуы етмәгән...

Һөҙөмтәлә шул асыҡлана: тәүҙә өйгә төшкәндәр, аҙаҡ...

Благовещен районында шундай хәл булған: бур урлашҡан ваҡытта тәмәке тартып, янғын сығыуға юл ҡуйған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Полицияға Покровка ауылында өйгә төкәтелгән ҡоролманың яныуы тураһында хәбәр килә. Был ваҡытта хужалар үҙҙәре өйҙә булмай. Янғын һүндерелгәс, йорт хужалары күп кенә әйберҙәренең юғалыуын аңғара: бензин бысҡыһы, электр ҡорамалдары, телевизор һәм башҡалар.
Электр сымы ла һуҙылмаған был өйҙә нилектән ут сығыуын тикшерә башлайҙар. Һөҙөмтәлә шул асыҡлана: тәүҙә өйгә төшкәндәр, шунан янғын сыҡҡан.
Ике төрлө енәйәттә шик аҫтына алынған әҙәм тиҙ асыҡлана: ул - зыян күреүселәрҙең 31 йәшлек күршеһе. Хужаларҙың өйҙә юҡлығынан файҙаланып, ир арыуыраҡ әйберҙәрҙе тышҡа ташыған. Һуңғы ингәнендә тәмәке тартып, төпсөгөн иҙәнгә ташлаған.
Әлеге ваҡытта бурға ҡарата урлашыу осрағы буйынса енәйәт эше асылған. Шулай уҡ һаҡһыҙлыҡ буйынса мөлкәтте юҡ итеү буйынса ла эш асылыуы хәл ителә.
Ирҙең уғрылыҡ өсөн быға тиклем дә бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылғаны мәғлүм.
Фото:photosight.ru
Читайте нас