Хәүефһеҙлек
4 Декабрь 2020, 14:30

Хәүефһеҙлекте хәстәрләп

Башҡортостанда 243,5 мең ғаилә янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар менән бушлай тәьмин ителгән.

БР Башлығы указына ярашлы, республикала янғынға ҡаршы ҡорамалдарҙы етештереү юлға һалына, етештереүселәргә ярҙам күрһәтелә.
Өфөнөң оборона предприятиеларының береһендә аккумуляторлы янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар етештерелә башланы. Ун йыл хеҙмәткә иҫәпләнгән ҡулайламаның туҡланыу элементтарын эксплуатация аҙағына тиклем алмаштырыу талап ителмәй.
2016 йылдан алып Башҡортостанда 243,5 мең ғаилә янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡулайламалар менән бушлай тәьмин ителгән. Был 465 кешенең, шул иҫәптән 194 баланың ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. 2021 йылда 50 мең ҡулайлама урынлаштырыу күҙаллана.
Икенсе перспективалы йүнәлеш - янғын тағылмалары етештереү. 2018 йылдан БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан 129 берәмек техника һатып алынған, киләһе йыл йәнә 30 берәмек тағылма ҡайтартыласаҡ.
Янғын тағылмаларын етештереүҙе енәйәт-башҡарма системалары учреждениеларында ойошторорға мөмкин. Бөгөнгө көндә ярымтағылма-цистернаның өлгөһө эшләнгән, конструктор документацияһы әҙерләнгән.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас