Хәүефһеҙлек
5 Декабрь 2020, 10:30

Ике ирҙең ғүмерен өҙҙө...

Кисә кис Илеш районында үтә аяныслы хәл булды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә кис Илеш районының Буралы тораҡ пунктында янғын сығыу осрағы теркәлә.
Ҡотҡарыу хеҙмәтенә был хаҡта сәғәт 21.00 тирәһендә шылтыратып әйтәләр. Янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала туҡтатыуға өлгәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүҙә 73 йәшлек ирҙең, аҙаҡ, бер нисә сәғәттән һуң, 47 йәшлек ирҙең мәйеттәре табыла.
Осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә.
Көндәр һыуытыу менән күп йорттарҙа электр йылытҡыстары тоҡандырыла. Улар менән бик һаҡ булыу зарур. Тап ошо йылытҡыстарҙың янғын сығыуға төп сәбәп булыуы мөмкин.
Фото: 61.mchs.gov.ru
Читайте нас