Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2020, 09:00

"Бик ауыр фажиғә"

Радий Хәбиров үҫмерҙәр үлеменә бәйле хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юлдарҙа булған фажиғәләр тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала республика юлдарында 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 73 кеше йәрәхәтләнгән һәм туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.
Уҙған аҙнаның иң ҙур фажиғәһе Әбйәлил районында теркәлде. Үҫмерҙәр машина менән бер өйөр йылҡы малына бәрелде. Һөҙөмтәлә өс баланың ғүмере өҙөлдө, икәүһе өсөн әле табиптар көрәшә.
– Министрлыҡ вәкилдәре ЮХХДИ менән берлектә был хәлгә ҙур иғтибар бирегеҙ. Бик ауыр хәл, үҫмерҙәр һәләк булды, руль артында ла үҫмер ултырған. Был тарихта аттарҙы контролһыҙ сығарып ебәреү мәсьәләһенә һорауҙар күп. Бының өсөн административ яза ла бар бит. Хәлде ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Беҙ Баймаҡта булған саҡта ла ошо мәсьәлә күтәрелгәйне. Уйларға кәрәк. Бик ауыр фажиғә, өс бала ғүмере өҙөлдө, – тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, 6 декабрь төнөндә биш үҫмер машина менән йөрөргә сыға. 16 йәшлек малай һорамайынса атаһының “Део Нексия” автомобилен алып китә. Һөҙөмтәлә улар ҡараңғыла аттар өҫтөнә барып менә. Өс кеше урында һәләк була, ике кеше дауаханала.
Был хәлдән һуң йәмәғәтселектә ҙур ғына тауыш сыҡты. Был яҡ райондарҙа аттарҙың юлдарҙа йөрөүе кеше өсөн дә, малдар өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә быны комплекслы хәл итеү мөһим.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас