Ошо көндәрҙә ҡурҡыныс хәл тураһында ишетелде: Магнитогорск ҡалаһында Башҡортостандан килгән 22 йәшлек ҡатын ете айлыҡ ҡыҙын ишек яңағына бәргән. Сабыйҙың ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә, башы ныҡ йәрәхәтләнгән. Әсәгә ҡарата енәйәт эше асылған.
Урындағы Тәфтиш комитетынан белдереүҙәренсә, хәл былайыраҡ була. 4 декабрҙә йәш әсә сабыйы менән ҡалала йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. Ҡатындар спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Ниндәйҙер бер мәлдә ҡунаҡ сабыйын эләктереп ала ла ишек яңағына бәрә. Был ҡылығын әле аңлата алмай.
Аяныслы хәлдең үҙенсәлектәрен урындағы Тәфтиш комитеты тикшерә. Әсә кеше һаҡ аҫтына алынған. Асыҡланыуынса, уның тағы бер йәшлек ҡыҙы бар. Быға тиклем дә ғәйепләнеүсе балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.