Ошо көндәрҙә Бөрөләге "Аҡсарлаҡ" балалар лагерында 15 йәшлек Максим Марковтың һәләк булыуы буйынса тикшереүҙе тамамланылар.
Бәхетһеҙлек осрағында лагерь етәкселеге ғәйепле тип табылды: 48 йәшлек директор - хеҙмәтте һаҡлау талаптарын боҙоуҙа, ә 41 йәшлек урынбаҫары - эшкә яуапһыҙ ҡарауҙа. Уларҙы ике йылға төрмәгә ултыртырға һәм һәр береһенән берәр миллион һум әхлаҡи компенсация түләтергә тигән хөкөм ҡарары сығарылған.
Суд ҡарарына мәрхүм үҫмерҙең атаһы үҙ фекерен, әрнеүле һүҙҙәр әйткән: "Бер ниндәй хөкөм ҡарарынан да беҙгә еңел булып китмәйәсәк. Уларҙы нимә эшләтһәләр ҙә, улымды терелтеп булмай бит инде. Бәлә һаҡһыҙлыҡ сәбәпле килеп сыҡҡан тип иҫәпләһәләр ҙә, улар (етәкселек) табыш алыу маҡсатында башҡарылаһы эш талаптарына тура килмәгән, өйрәтелмәгән балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған. Минең улым 8-се класты тамамлап, бер аҙна үткәс һәләк булды. Хөкөм бигерәк йомшаҡ..."
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: фажиғә 2019 йылдың июнендә булғайны. Ул көн өс үҫмер волейбол сеткаһы тартып йөрөгәндә 15 йәшлек малайҙың өҫтөнә флагшток ҡолай. Унан алынған йәрәхәттәр үҫмер өсөн үлемесле була: табиптар килгәндә йән бирә...