Учалы ҡалаһының Балалар ижады йорто бассейнында балалар хлор парынан ағыуланған.
Ике тренер 6 малайҙан һәм 12 ҡыҙҙан торған төркөмгә йөҙөү буйынса күнекмәләр үткәргән була. Киҫкен хлор еҫенән кинәт барыһы ла үҙен насар тойоп, бассейндан сығыу яғын ҡарай.
Дүрт бала дауаханаға ебәрелә, уларҙың ағыуланғаны асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тәфтишсе-криминалистар, полиция, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре йүнәлтелә. Тикшереү бара, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.