Өҫтөнә реклама щиты ҡолау сәбәпле һәләк булған ҡатындың эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылған. Суд Тәфтиш комитеты йыйған дәлилдәр һөҙөмтәһендә "Гэллэри Сервис" йәмғиәтенең элекке техник директорын фажиғәлә ғәйепле тип тапҡан.
Ул бәлә булыр көнгә әйләнеп ҡайтһаҡ, йәғни 2020 йылдың 7 апрелендә, ҡаланың Ферин урамындағы реклама щиты ысҡынып китеп, яндан үтеп барған ҡатындың өҫтөнә ҡолай. Һөҙөмтәлә ауыр йәрәхәттәр алған ҡатын һәләк була.
Суд һәм тәфтишселәр билдәләүенсә, яуаплы кеше реклама ҡоролмаһын етерлек кимәлдә нығытыуҙы тәьмин итмәгән, тоташҡан урындарында ярыҡ барлыҡҡа килгәс, ул ваҡытында төҙәтелмәгән, яуапһыҙлыҡтың аҙағы аяныслы - ул өҙөлөп төшөп кеше ғүмерен өҙгән.
Ғәйепләнеүсе хатаһын өлөшләтә генә таныған һәм зыян күреүсенең ғаиләһенә әхлаҡи зыян өсөн 500 мең һум түләгән, бынан тыш, уларға ойошма исеменән дә 2 миллион һум компенсация түләнгән. Суд элекке директорға ҡарата һынау срогы менән шартлы рәүештә ике йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған. Әлегә ул үҙ көсөнә инмәгән.