Благовещен ҡалаһында серле шарттарҙа эҙһеҙ юғалған 15 йәшлек ҡыҙҙан һаман хәбәр юҡ.
Ул 28 ноябрҙән бирле бәйләнешкә сыҡмаған. Әниләне полиция һәм ирекмәндәр эҙләй. Билдәләре Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында ҡуйылған. Ҡыҙҙың буйы 160 сантиметр самаһы, көрән күҙле, сәстәре асыҡ төҫтә, каре формаһында ҡырҡылған. Муйынында - тату. Кейеме буйынса мәғлүмәт юҡ.
Ҡыҙ өйҙән беренсе тапҡыр ғына сығып китмәй. Быйыл апрелдә лә юғалып табылған.
Әгәр ҡыҙҙы күрһәгеҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратыуығыҙ һорала: 8 (34766) 2-25-04, 8 (999) 741-11-57, 02 йәки 102.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайты.