Әбйәлил районында янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы алты кешене фажиғәнән ҡотҡара. Ағас йортта ут сыҡҡан ваҡытта хужабикә 2009, 2012, 2014, 2020 йылғы балалары һәм әхирәте менән бер бүлмәлә була.
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хужабикә веранданан иҫкәрткестең тауышын ишетә. Тимер ишектең тишегенән ҡарағас, утты абайлап ҡала. Кейенергә, документтарҙы алырға ваҡыттары ҡалмай, әхирәте менән тиҙ генә залдың тәҙрәһе аша балаларҙы эвакуациялайҙар. Бер кем дә зыян күрмәй, әммә йортто тергеҙеп булмаясаҡ.
Йортта ике янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ҡуйылған була, береһен республика бюджетынан бирәләр, икенсеһен ғаилә үҙе һатып ала.
2016 йылдан алып Башҡортостанда 243,5 мең ғаилә янғын хаҡында иҫкәрткән ҡулайламалар менән бушлай тәьмин ителгән. Был 476 кешенең, шул иҫәптән 195 баланың, ғүмерен һаҡлап алып ҡалған.