Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән бер кеше ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Зыян күреүсе билдәһеҙ кешеләрҙең уның "Полиграфист" ширҡәтендәге баҡса йортонан яһалма шыршыһын, вентилятор һәм электр ҡоралдарын урлауы хаҡында белдергән.