Хәүефһеҙлек
10 Декабрь 2020, 12:00

Янғын тағы өс кешенең ғүмерен өҙҙө...

Аяныслы хәлдәр был юлы Сибай, Благовещен һәм Өфө ҡалаларында теркәлгән.

Көн һайын республиканың ҡала һәм райондарында янғындар сығып, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе аяныслы. Бөгөн төндә йәнә ике ирҙең һәләк булыуы хаҡында хәбәр ителә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, тәүге янғын Благовещен районының Яңы Меңйетәр ауылындағы ағас йортта теркәлгән. "Ҡыҙыл әтәс"те тулыһынса ауыҙлыҡлағас, янғын һүндереүселәр 67 йәшлек ирҙең кәүҙәһенә юлыға. Асыҡланыуынса, ул ошо йорттоң хужаһы булып сыға.
Икенсе янғын сығыу осрағы Өфө ҡалаһының Дим районында теркәлгән. Бында ла янғын һүндереүселәр 42 йәшлек йорт хужаһының мәйетенә юлыға. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана.
8 декабрҙә Сибай ҡалаһының бер урамындағы йәшәргә яраҡһыҙ йорттоң (газ үтмәгән, электр уты ҡырҡылған) мунсаһы янып китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут тулыһынса һүндерелгәс, бер ҡайҙа ла йәшәү урыны булмаған 1977 йылғы ирҙең мәйете табыла. Әле шәхестең исем-шәрифен асыҡлау буйынса эш алып барыла.
Бөгөнгө көн мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе йыл башынан 10951 янғын сығыу осрағы теркәлгән, унда 244 кеше һәләк булған, шуларҙың - 13-ө- балалар. Барлығы 236 кеше йәрәхәтләнгән.
Ут бер кемде лә аямай, шуға күрә уның менән шаярмаҫҡа, һыуыҡ көндәрҙә электр йылытҡыстарын бик иғтибарлы ҡулланырға, йортта тәмәке тартмаҫҡа кәңәш ителә.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас