Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 13:00
Атаһын... типкеләп үлтергән
Апаһына атай үлде ти, тик кем быны эшләгәне тураһында өндәшмәй...
Дүшәмбе көн Өфөлә үҙ фатирында 73 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Тәфтишселәр асыҡлауынса, уны туҡмап үлтергәндәр. Шунда уҡ һаулыҡҡа килтерелгән ауыр зыян арҡаһында яңылышлыҡ менән үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Ә бына үлтереүсене тапҡас, күптәр ғәжәпләнә. Өлкән йәштәге ирҙе үҙенең 38 йәшлек улы үлтергән булып сыға. Тәүҙә мин түгел тип алдап маташһа ла, йыйылған дәлилдәрҙе күргәс, ул енәйәт башҡарғанын таный.
Асыҡланыуынса, 6 декабрь кис менән аталы-уллы араһында низағ сыға. Уның барышында улы атаһына бер нисә тапҡыр тибә һәм ҡайтып китә. Иртән кире атаһы янына килә һәм уның үлгәнен күреп ҡала. Ул апаһына шылтыратып аталарының үлеүе тураһында хәбәр итә, тик быны үҙенең башҡарғанын белдермәй. Шул уҡ көндө ғәйеп була. Тик уны тиҙ арала ҡулға алыуға өлгәшәләр.
"Уның менән тәфтиш тикшереүҙәре үткәрелде, әле һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә. Енәйәтте тикшереү, барлыҡ нескәлектәрен асыҡлау дауам итә," - тинеләр Тәфтиш комитетында.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"