Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 12:00

Башҡаларҙы Хоҙай аралаған

Ҡала уртаһында биш автомобилде бәрҙергән йөк автомобиле водителе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән биргән. Асыҡланыуынса...

Өфөлә тимер юл вокзалы янында ҡот осҡос авария теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан да бар. Был хаҡта төбәктең ЮХХДИ идаралығы хәбәр итә.
Хәл 10 декабрь кис, Вокзал урамында булған. 56 йәшлек Өфө кешеһе күп тонналы Howo автомобилендә, ҡом һәм гравий тейәгән килеш, Карл Маркс урамынан төшөп барған. Шул ваҡыт урам киҫелешендә туҡтаған Volkswagen Golf автомобиленә барып бәрелгән.
Бынан һуң йөк машинаһы ҡабырғаға ауған һәм юл ситендә торған Daewoo Gentra, Volkswagen Polo, Лада Приора, Renault Logan автомобилдәрен бәрҙергән. Ярай әле улар эсендә кешеләр булмаған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөк автомобиле водителе кабинала ҡыҫылып ҡалған. Ун урында уҡ йән биргән. Кәүҙәһен ҡотҡарыусылар сығарған.
Әлеге ваҡытта ваҡиғаның үҙенсәлектәре асыҡлана.
Фото: Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы.
Читайте нас