Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 15:00

Кемдер быуып үлтергәнме?

Йәнһеҙ кәүҙәһе үҙ фатирында табылған ҡатын өйҙә маникюр эшләү менән шөғөлләнгән. Ваҡиға урынынан ойоҡ...

Баш ҡалала, туғыҙ ҡатлы йорттарҙың береһендә, йәш ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһе табылған.
Был фатир ошо ҡатындыҡы булыуы мәғлүм. Был хәл хаҡында, хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡҡа һылтанып, “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Мәйетте 5 декабрҙә, кис тапҡандар. Криминалистар уның муйынында быуыу эҙҙәре тапҡан.
Әлегә ваҡиғаның үҙенсәлектәре билдәһеҙ, судо-медицина экспертизаһы уҙғарыла.
Ваҡиға урынынан полицейскийҙар бармаҡ эҙҙәрен, ҡатын-ҡыҙ ойоғон, мәрхүмәнең әйберҙәрен тикшерегә алған.
Был ҡатын өйөндә бәләкәй генә бизнес менән шөғөлләнеүе - кешеләргә маникюр яһауы мәғлүм.
Енәйәт эше асылған.
Фото: “Комсомольская правда”.
Читайте нас