Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 11:00

Юлдан ситкә осҡан...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Краснокама районында теркәлгән.

Кисә Краснокама районында аяныслы авария була: Оло Келтей - Ҡуян автомобиль юлының 6-сы километрында "Богдан" автомобиле юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, руль артындағы 41 йәшлек ир шунда уҡ йән биргән. Ул Нефтекама ҡалаһынан булған. Ваҡиға урынында авария сәбәптәре өйрәнелә, унда полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында бөтәһе 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда ике кеше һәләк булған, 18-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ йөрөгөҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас