Хәүефһеҙлек
12 Декабрь 2020, 15:30

Бәпес вафат булған...

Был юлы һигеҙ айлыҡ малай.

Өфө үҙәгендә йәнә сабый үлеменә бәйле фажиғә теркәлде. Биш ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә һигеҙ айлыҡ ҡына малай бәпес үлгән.
Баланың кәүҙәһен ата-әсә төн уртаһында 9 декабрҙә асыҡлай. Улар “ашығыс ярҙам” саҡырта һала, тик улар ни бары үлгәнен теркәй. Урынға тәфтиш-оператив төркөм килә. Хеҙмәткәрҙәр бәпестең кәүҙәһендә йәрәхәт эҙҙәре асыҡламай. Малай бәхетһеҙ осраҡ йәки берәй сирҙән үлгәндер тигән фараздар бар.
Баланың ни өсөн һәләк булғанын аныҡлар өсөн кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына йүнәлткәндәр.
Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен Хоҙай.
Фото: m.okidoki.ee
Читайте нас