Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 20:55

Коронавирусҡа бәйле хәл-торош нисек?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.

11 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнашты.
Унда коронавирус сирен иҫкәртеү һәм уның таралыуына ҡаршы көрәш саралары тикшерелде. Ултырышты видеоконференция тәртибендә ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе.
Фекер алышыуҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, “Роспотребнадзор” етәксеһе – илдең Баш дәүләт санитария табибы Анна Попова, “Росздравнадзор” етәксеһе Алла Самойлова, Федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды Елена Чернякова, Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Сергей Зайцев, округ төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.
Ултырышты асып, Игорь Комаров, коронавирус эпидемияһы менән бәйле булған 2020 йыл барыбыҙ, шул иҫәптән власть органдары өсөн дә һынауҙар осоро булды, тип билдәләне. Әле округта 43 мең самаһы кеше ошо сирҙән дауалана. 2020 йылдың мартынан 300 меңдән ашыу кеше коронавирус менән ауырыған.
Игорь Комаров әйтеүенсә, ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, йәмғиәттә һәм бөтә власть кимәлдәрендә тупланыу, тырышлыҡты берләштереү күҙәтелә. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко медицина ярҙамы ойоштороуға айырым иғтибар бирҙе.
– Беҙ тупланған тәжрибәгә ярашлы, пациенттарҙы дауалауға ҡарашты үҙгәрттек һәм кадрҙар резервын тупланыҡ, – тине ул. – Һөҙөмтәлә марттан алып ил буйынса коронавирус сиренән үлем осраҡтары ике тапҡырҙан ашыуға кәмене.
Баш санитария табибы Анна Попова Волга буйы федераль округында киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм COVID менән ауырыу кимәле тураһында һөйләне, Рәсәй буйынса хәлдең тотороҡлоланыуын билдәләне.
Игорь Комаров, төбәктәргә хәлде иғтибар менән күҙәтергә, хәүеф тыуа ҡалһа, кисекмәҫтән сара күрергә кәрәк, тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, төбәк етәкселәре дауаханаларҙағы урындар, дарыуҙар менән тәьмин итеү, халыҡҡа ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләрен контролдә тоторға тейеш.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас