Хәүефһеҙлек
13 Декабрь 2020, 17:30

Үәт, йүнһеҙ малай!

Баймаҡта булған йәмһеҙ ваҡиға сәбәпсеһенең эҙенә тиҙ төшкәндәр. Асыҡланыуынса...

Баймаҡта урындағы халыҡ Яңы йылға әҙерләнә башлаған һәм үҙ ҡулдары менән балалар өсөн боҙ ҡаласығы эшләп ҡуйған.
Шатлана-шатлана уйнарға ла бит...
Әммә 8 декабрҙә был хеҙмәтте кемдер... тулыһынса емереп ташлаған. Балалары менән уйнарға тип килгән ата-әсәләр хайран ҡалған, социаль селтәрҙәрҙә береһенән-береһе уҫалыраҡ хәбәрҙәр барлыҡҡа килгән.
“Беҙ уны үҙ көсөбөҙ менән ваҡытыбыҙҙы йәлләмәйенсә төҙөнөк, күңелебеҙҙе һалдыҡ!”, – тип ярһыған урындағы халыҡ.
Тиҙҙән был йәмһеҙ эшкә кемдең ҡулы барғанлығы асыҡланған: баҡһаң, боҙ ҡаласығын етенсе класс малайы туҙҙырып ташлаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уны тиҙ арала полиция бүлегенә килтергән, үҫмер насар ҡылығын таныған.
Әлеге мәлдә ваҡиғаның үҙенсәлектәре асыҡлана. Йәмәғәт урынында милекте емергән өсөн малайҙы һәм уның ата-әсәһен етди яза көтөүе ихтимал.
Фото: “Комсомольская правда”
Читайте нас