11 кешенең ғүмерен өҙгән төнгө янғын тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һүҙ Әбйәлил районының Ишбулды ауылында урынлашҡан ҡарттар йорто тураһында бара.
Әле асыҡланыуынса, пансионат законлы рәүештә эшләгән, тик ундағы кешеләр тәүлек әйләнәһенә йәшәргә тейеш булмаған. Был турала Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов хәбәр итә.
– Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма был. Уның ойоштороусыһы – шәхси кеше. ОКВЭД-ҡа (Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәрен классификациялау) ярашлы, бында даими йәшәүһеҙ социаль хеҙмәттәр күрһәтелергә тейеш булған. Әле тәфтиш эше бара, – тине ул.
Бина 2019 йылдың 27 мартында мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был бер ҡатлы һәм мансардалы бина торлаҡ йорт булараҡ файҙаланылған. Унда ике янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған, янғын һүндереү системаһы булмаған.
Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урынға барырға сыҡты. Шулай уҡ унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов юлланды.
Һәләк булғандарға килгәндә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11 кешенең дүртәүһе - ҡатын-ҡыҙ һәм етәүһе - ир-ат. Уларҙың туғандарына психологик ярҙам күрһәтелә.
Тәүҙә ҡурҡыныс янғында дүрт кеше ҡотолоп ҡалған тип хәбәр ителгәйне. Был – ҡарттарҙы ҡараусы ҡатын һәм ул ҡотҡарған өс ир-ат. Әле иһә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы тағы бер ҡотолоп ҡала алған кеше тураһында хәбәр итә. Был - ҡараусы ҡатындың бәлиғ булмаған ҡыҙы. Күрәһең, ул әсәһе менән бергә ҡарттар йортонда ҡунған.
Әле урында тәфтишселәр эшләй. Улар хәлдең нисек булғанын асыҡлай.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.