Асыҡланыуынса, сабый ваннала һыу ингән саҡта батҡан. Шуныһы аптырата: был ваҡытта әсәһе уның янында булған. 35 йәшлек ҡатын белдереүенсә, ҡыҙы һыу аҫтына төшкән дә киткән. Хәлдең нисек булғаны тикшерелә. Республиканың Тәфтиш комитеты яңылышлыҡ буйынса кеше үлтереү статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тағы шуныһы билдәле: ҡатын үҫмер сағында бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған.