Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә аңлашылмаған шарттарҙа юғалған вахтасы ирҙе эҙләйҙәр. 29 йәшлек Евгений Гизятов Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Ир вахта ысулы менән эшләргә тип сығып киткән һәм ғәйеп булған.
Асыҡланыуынса, ул һуңғы тапҡыр бәйләнешкә 12 декабрҙә сыҡҡан. Был ваҡытта ул Өфөлә булған. Шул көндән һуң уның тураһында бер нимә лә билдәле түгел.
Билдәләре: буйы 178 сантиметр, уртаса буй-һынлы, сәсе һары ҡыҫҡа, күҙе күк төҫтә. Айырым билдәһе: һул ҡулы бармағында зәңгәр төҫтәге татуировка бар.
Уны күрһәгеҙ йәки ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8 (908) 053 31 26 (Мария), 8 (967) 869 87 33 (Александр) телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.