Хәүефһеҙлек
16 Декабрь 2020, 19:00

56 йәшлек ир янып үлгән

Икенсеһе ағыуланған...

Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында янғын ваҡытында 56 йәшлек ир һәләк булған. Был турала Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт комитеты хәбәр итә.
Янғын тураһындағы мәғлүмәт ҡотҡарыусылар тарафынан 15 декабрҙә ҡабул ителгән. Бәлә урынына килеп еткәс, улар өйҙәге диванды ут ялмауын күргән, уны һүндергән ваҡытта йәнһеҙ ир кәүҙәһе табылған.
Шулай уҡ өйҙә тағы бер кеше - 58 йәшлек ир - төтөн еҫенә ағыуланған, уны дауаханаға оҙатҡандар, әлегә уның хәле тураһында билдәһеҙ. Тәүге фараз буйынса янғын һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан булырға тейеш.

Фото:социаль селтәрҙән.
Читайте нас