Билдәле булыуынса, Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлде: пансионатта ут сығып, 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Хужаһы Рәсимә Мәхийәнова ҡулға алынды. Ул ғәйебен таныған.
Белорет район-ара тәфтиш бүлексәһе “Ҡарттар йорто (мәрхәмәтлек йорто)” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе булған 43 йәшлек ҡатынды ҡулға алған, ул “яңылышлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешене үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Өй арестында ҡалдырыуҙарын һораһа ла, суд уны 2021 йылдың 15 февраленә тиклем тикшереү изоляторында тоторға ҡарар сығарған. Ҡарттар йорто хужаһының ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Әле был осраҡ буйынса тикшереүселәр бөтә документтарҙы өйрәнә, етәкселәрҙән, һәләк булғандарҙың туғандарынан һорау ала.
Әйткәндәй, ҡайһы бер сығанаҡтар Рәсимә Мәхийәнованың ысынында пансионат хужаһы түгел, ә унда ябай хеҙмәткәр булыуы, бары документтарҙың уға теркәлгәне хаҡында белдерә. 11 кешенең ғүмерен ҡыйған ҡот осҡос ваҡиғаға сәбәпселәр үҙ язаһын алыр, тип ышанайыҡ.