Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2020, 13:30

Ауылдашын йортһоҙ ҡалдырған

Өйҙәш булып кергән иҫерек ҡатын йорт ихатаһында тәмәке тартҡас, һүндерелмәгән төпсөгөн һәм шырпыһын болдорға ырғыта...

Асҡын районы буйынса мировой судья 38 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарарын иғлан иткән. Ғәйепләнеүсе ут менән һаҡһыҙ тотоноу сәбәпле сит кеше мөлкәтен юҡҡа сығарған, тип хәбәр итә "Башинформ".
Башҡортостан прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо йылдың авгусында иҫерек ҡатын йорт ихатаһында тәмәке тартып торғандан һуң һүндерелмәгән төпсөгөн һәм шырпыһын болдорға ырғыта. Таҡтанан һалынған верандаға ут тоҡана һәм йортто тиҙ арала ялмап ала. Килтерелгән зыян 370 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Суд ҡатынға ҡарата хөкөм ҡарары сығарған. Ул 300 сәғәтлек мотлаҡ эштәрҙе башҡарасаҡ. Әйтеүҙәренсә, йортһоҙ ҡалған хужабикә уны үҙенең янына өйҙәш итеп һыйындырған булған. Эскелектең йүнлегә килтермәүенә бына тағы бер күңелһеҙ дәлил.
Фото: tmgnews.ru
Читайте нас