Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2020, 14:30

Бәрелешеп, янып киткәндәр...

Был хәл республиканың Борай районында булған. Асыҡланыуынса...

Үткән тәүлектә Башҡортостанда теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә ете кеше зыян күргән. Һәләкәттәрҙең береһе янғын менән тамамланған. Республика ЮХХДИ-һынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл Борай районында булған.
Өфө – Яңауыл юлының 136-сы километрында “ВАЗ-2114” автомобиленә идара иткән 18 йәшлек егет “Nissan” машинаһы менән бәрелешкән. Сит ил автомобиле руле артында Бөрөнән 47 йәшлек ир булған.
“Бәрелеш һөҙөмтәһендә ике машинала ла янғын сыҡҡан. Һөҙөмтәлә ватан автомобиле водителен дауаханаға илткәндәр. Тикшереүҙәр башланды”, – тип хәбәр иттеләр республика ЮХХДИ-һынан.
Фото: республика ЮХХДИ-һы.
Читайте нас