Башҡортостанда – ҙур фажиғә. Аҙна ҡот осҡос яңылыҡ менән башланды. 15 декабрь төнөндә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында янғын сығып, 11 кешенең ғүмере өҙөлдө. Районда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.
Иң өлкәненә 80 йәш ине...
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын тураһындағы хәбәр дежурныйҙарға 2.54 сәғәттә килә. 1968 йылда төҙөлгән бина яна башлай, унда 16 кеше була. 3.17 сәғәттә урынға Хәлил ауылы советының ирекле янғын командаһы килеп етә. Уттан биш кешене сығара алалар. Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләүенә ҡарамаҫтан, 11 кешене ҡотҡара алмайҙар.
Саҡ ҡына һуңғараҡ асыҡланыуынса, был йорт былтыр март айында Мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлә. Унда өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтар йәшәгән. Хәл былайыраҡ була: пансионатта сиделка булып эшләгән ҡатын төндә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама тауышына уянып китә.
– Мин бөтәһен дә уятырға йүгерҙем: беренсе ҡаттағыларҙы ла, икенселәгеләрҙе лә. Тәҙрәне астым – ҡуйы төтөн сыҡты. Нисектер өс ҡарт кешене – ирҙәрҙе тәҙрә аша төртөп сығара алдым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта 11 кеше һәләк булды, – тине ул фажиғә тураһында.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бында дүрт ҡатын-ҡыҙ һәм ете ир-ат үлгән. Улар барыһы ла ҡарттар йортонда йәшәгән. Вафат булған кешеләрҙең иң өлкәненә 80 йәш булһа, иң йәшенә – 57.
Бына улар: Усманов А.З., 1940 йылғы, Байтурин Т.Н., 1950 йылғы, Яуымбаева З.А., 1951 йылғы, Мөхөтдинов Б.Т., 1953 йылғы, Бикбирҙин Ф.З., 1954 йылғы, Создашова Р.М., 1956 йылғы, Абдуллина З.Н., 1956 йылғы, Сәйғәфәров Р.А., 1957 йылғы, Шәғәлина В.Г., 1958 йылғы, Хәкимов М.К., 1960 йылғы, Вәлиев Д.Х., 1963 йылғы.
Ҡурҡыныс янғында биш кеше ҡотолоп ҡалды. Ул – сирлеләрҙе ҡараған ҡатын, уның бәлиғ булмаған ҡыҙы һәм өс ир. Тап ошо бабайҙарҙы ҡатын тәҙрә аша сығарып ҡотҡарған.
Республикала шундай ҙур фажиғә булғанда, республика етәксеһе ситтә ҡала алманы, әлбиттә. Ул таң менән урында ойошторолған оператив штаб эшен етәкләр, кешеләр менән аралашыр өсөн урынға юлланды.
Радий Хәбиров фажиғә урынына килеп, оператив хеҙмәттәр һәм муниципалитет етәкселәре менән янғындың сәбәптәре, ҡотҡарыусыларҙың эш итеүе тураһында һөйләште. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, пансионатта йәшәгән өс кеше дауаханала, тағы ике иҫән ҡалған кеше – ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында.
Эшмәкәрлеккә рөхсәт булғанмы?
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә янғында зыян күргән һәм һәләк булғандарҙың яҡындарына матди ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ үлгәндәрҙе ерләүгә бәйле сараларҙы ла ойоштороу йөкмәтелде.
– Иҫән ҡалғандар буйынса, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, әгәр кәрәк икән, уларҙы Өфөгә күсереү мөмкинлеген ҡарарға, быға ҙур иғтибар бирергә ҡушам, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, күрше йорт та зыян күргән, унда өлкән йәштәге кеше йәшәй. Ул йортто йүнәтергә ярҙам итәсәкбеҙ.
Урында һәләк булған һәм зыян күргәндәрҙең туғандарына хәбәр итеү ойошторолдо, улар менән психологтар эшләне.
“Янғынды һүндереүҙә 33 кеше, 14 берәмек техника эшләне. Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта йорт тулыһынса ут менән ялмап алынған булған”, – тине республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ошондай бөтә учреждениеларҙы тикшереп сығырға ҡушты.
– Беҙҙә шундай 21 учреждение бар, уларҙың һәр береһе буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға һәм тикшереү үткәрергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.
Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, был бина ҡарттар йорто урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнмәгән һәм шәхси тораҡ йорт булараҡ теркәлгән.
– Шуға күрә бында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек нормалары талаптарын боҙоу осрағы күҙәтелә, – тине Андрей Назаров.
Фажиғәне хоҡуҡи яҡтан прокуратура һәм Тәфтиш комитеты баһалаясаҡ, тине төбәк етәксеһе.
– Әлегә кем ғәйепле тип һүҙ йөрөтмәй торайыҡ, тейешле органдар уны тикшерәсәк. Шәхсән миңә был хәл оҡшамай, бәләкәй генә урында күпме кеше йәшәгән. Был кешеләрҙең пенсияһының 75 процентын алып торалар бит, – тине Радий Хәбиров. – Аңлайым, был эшмәкәрлектәренә лицензия бирелмәй, тик шарттар янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирергә тейеш. Быларҙың барыһы ла ныҡлап тикшереү һәм саралар күреүҙе талап итә.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, шәхси ҡарттар йорттарын ойоштороу эшмәкәрлеген лицензиялау мәсьәләһен күтәрергә кәрәк булыуы ихтимал.
Яуапһыҙлыҡ өсөн – туғыҙ йыл
Радий Хәбиров янғын урынына беренсе булып килгән һәм уттың башҡа биналарға күсеүенә ҡаршы торған ирекле янғын дружинаһына рәхмәт әйтте.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, пансионат законлы рәүештә эшләгән, тик ундағы кешеләр тәүлек әйләнәһенә йәшәргә тейеш булмаған. Был турала Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов хәбәр итте.
– Автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма был. Уның ойоштороусыһы – шәхси кеше. ОКВЭД-ҡа (Дөйөм Рәсәй иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәрен классификациялау) ярашлы, бында даими йәшәүһеҙ социаль хеҙмәттәр күрһәтелергә тейеш булған. Әле тәфтиш эше бара, – тине ул.
Контрагенттарҙы тикшереү буйынса kartoteka.ru порталында билдәләнеүенсә, ҡарттар йорто өлөшләтә Рәсимә Мәхийәнова, Зәлиә Мөхәмәтйәрова һәм Рөстәм Фәттәховтыҡы.
Бина 2019 йылдың 27 мартында мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был бер ҡатлы һәм мансардалы бина торлаҡ йорт булараҡ файҙаланылған. Унда ике янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған, янғын һүндереү системаһы булмаған.
Һөҙөмтәлә Белорет район-ара тәфтиш бүлексәһе “Ҡарттар йорто (мәрхәмәтлек йорто)” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Рәсимә Мәхийәнова ҡулға алына. Ул “яңылышлыҡ менән ике һәм унан күберәк кешене үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр уның йәшәгән урыны, урындағы үҙидара органдары һәм контроль органдарында тикшереү үткәрә, ҡарттар йорто эшмәкәрлегенә ҡағылышлы документтарҙы ала һәм өйрәнә. Кешеләрҙең нилектән үлгәнен һәм янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд экспертизалары билдәләнә.
Бынан тыш, “ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәткән, яңылышлыҡ буйынса ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтергән өсөн” енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әле ике эш берләштереп алып барыла.
Тәүге тәфтиш эштәре тамамланғас, Рәсимә Мәхийәнованы ҡулға алалар, ул әлегә 15 февралгә тиклем һаҡ аҫтында буласаҡ.
“Ғәйепләнеүсе ҡатын йорттоң социаль хеҙмәтләндереү объекттарына ҡуйылған хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирмәүен аңлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы бинаны ҡарап сыҡҡас, уға был турала әйткән булған. Тик шуға ҡарамаҫтан, ул етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығармай эшмәкәрлеген дауам иткән. Йортта янғынға ҡаршы система, эвакуацион сығыу юлдары булмаған, шулай уҡ йылытыусы электр приборҙарын файҙаланыуҙа ҡағиҙәләр боҙолған”, – тинеләр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, уны ғәйепләгән статьяға ярашлы, ҡатын туғыҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Был янғын республикала ғына түгел, бар илдә тауыш сығарҙы. Был барлыҡ ошондай типтағы социаль учреждениеларҙы тикшереп сығыу өсөн бер сәбәп. Тик үрҙә әйткәнсә, ҡануниәт кимәлендә ҡарар ҡабул ителмәһә, улар менән эшләүе ауыр. Нисек кенә булмаһын, башҡа бындай ҙур фажиғәләр ҡабатланмаһын ине.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
“Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр билдәләр, тик әленән уның элементар хәүефһеҙлек нормаларын үтәмәүҙән барлыҡҡа килгәне күренеп тора. Бина кешеләрҙең, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙең, бында тәүлек әйләнәһенә йәшәүенә ҡулайлаштырылмаған. Рөхсәт документтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел...
Яңыраҡ “Минең ғаиләм” пансионаты тирәләй булған ғауғанан һуң, республика парламенты Рәсәйҙә шәхси ҡарттар йорттарын лицензиялауҙы индерергә тәҡдим иткәйне. Федераль законға тейешле үҙгәрештәр Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Ҡануниәт Советына ебәрелде. Әлеге ваҡытта өлкәндәр өсөн күп пансионаттар “күләгәлә” эшләй. Тик социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәр реестрына үҙ теләге менән ингән ойошмалар ғына контролдә тотола, улар бик аҙ.
“Күләгәлә” эшләгәндәрҙә янғындар булһа, был хаҡта бәхетһеҙ осраҡтар теркәлһә, йә кешеләр менән насар мөғәмәлә итһәләр генә асыҡлана. Лицензиялау индереү бындай ойошмалар эшмәкәрлеген тәртипкә һалыу, тейешле контроль булдырыу һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Тиҙ арала ҡануниәткә үҙгәреш индереү кәрәк. Дәүләт хәлде үҙ контроленә алырға тейеш”.