Салауат ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр алыныу менән ваҡиға урынына беренсе булып өлкән участка уполномоченныйы, полиция капитаны Руслан Фәйзуллин килеп етә.
Подъезға тулған әсе төтөн еҫе полиция хеҙмәткәрен ҡурҡытмай. Ул йәһәт кенә бишенсе ҡатҡа менеп етеп, янғын сыҡҡан фатирҙың ишеген емереп инә. Унда ярҙамға мохтаж өлкән кешенең булыуы мәсьәләне ашығыс хәл итеүҙе талап итә. Ҡуйы төтөн аша фатирға үтеп инеп, йорт хужабикәһен эҙләп таба. Янғын бригадаһы ла тиҙ арала килеп етә. 82 йәшлек пенсионерҙы йорттан алып сығып, табиптар ҡулына тапшыралар.
Тын алыу юлдары зарарланған һәм еҫтән ағыуланған ҡатын реанимация бүлексәһенә эләгә. Руслан Фәйзуллин ваҡытында килеп етеп, ярҙам итергә өлгөрмәһә, хәлдең фажиғә менән тамамланыры асыҡ. Әммә полиция хеҙмәткәре үҙен герой тип иҫәпләмәй, “мин бары үҙ бурысымды үтәнем” ти. Белеүебеҙсә, етәкселек ҡыйыу хеҙмәткәрҙе наградаға тәҡдим итергә уйлай.