14 декабрҙә, бер тәүлектә генә, Башҡортостан юлдарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында өс үлемесле авария теркәлгән.
Беренсеһе - Баймаҡ районының Семеновка ауылында водитель танытмаһы булмаған көйө ватан автомобилен йөрөткән 20 йәшлек егет ошо ауыл кешеһен бәрҙергән дә ваҡиға урынынан ҡасҡан. Ә ауыр йәрәхәттәр алған зыян күреүсе - 65 йәшлек ҡатын - шул урында уҡ һәләк булған. Егет аҙаҡ әйтеүенсә, машина юлындағы кешене ул аңғармай ҡалған, бәрҙергәс, бик ныҡ ҡурҡҡан һәм шунлыҡтан ҡасҡан.
Икенсе фажиғә - Өфөнөң Яр буйы урамында. 79 йәшлек пенсионер ҡатын юлды йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙән үтеп барғанда өҫтөнә сит ил автомобиле килеп менгән (рулдә - 27 йәшлек егет). Ҡатынды тиҙ арала дауаханаға оҙатып, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙәренә ҡарамаҫтан, уны ҡотҡара алмағандар...
Өсөнсө үлемесле хәл Дүртөйлөлә булған. Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ВАЗ-2115 автомобиленә идара иткән 72 йәшлек водитель 82 йәшлек йәйәүлене тапатҡан. Тәүҙә оло йәштәге иргә тәүге ярҙам күрһәтеп өйөнә ҡайтаралар, әммә уға аҙаҡтан ҡыйын булып китеп, дауаханаға килтерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпмелер ваҡыттан һуң ул да үлеп ҡуя. Был хәлдән һуң, оло кешенең нилектән һәләк булғанын асыҡлар өсөн, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләйҙәр. Водителдең ваҡыты үткән танытма менән машинаға идара иткәне билдәле, тигәндәр дәүләт автоинспекцияһында.
Был осраҡтар йәйәүлеләргә лә, транспортҡа идара итеүселәргә лә иғтибарлыҡты, уяулыҡты бер секундҡа ла юғалтмаҫҡа, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, үҙеңде генә түгел, эргә-тирәләге кешеләрҙе лә уйлап, уларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк икәнлеккә һабаҡ булһын ине лә бит...