Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ҡырағай ваҡиға теркәлә. Йәш әшнәләрҙең аҙна уртаһында эсеп алыу теләге саҡ таксистың ғүмерен өҙмәй.
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Силәбе өлкәһенең Кропачев ауылында йәшәгән 19 һәм 21 йәшлек ҡыҙҙар күңел асырға ҡарар итә. Уларға береһенең 19 йәшлек өйҙәше һәм уныһының 18 йәшлек иптәш егете ҡушыла. Бер аҙҙан эсемлектәре бөткәс, улар яҡында тәүлек әйләнәһенә эшләгән кафеға барыу өсөн такси саҡырта.
27 йәшлек таксист егет “Кио Рио” автомобиле менән килә. Ул дуҫтарҙы кафеға алып бара. Ҡыҙҙар эскә инеп китә. Уларҙың ике шешә һыра менән бер шешә араҡы ғына тотоп сыҡҡанын күргән егеттәр асыулана. Улар талашып китә, үсеккән егет 18 йәшлек иптәшен алып йәйәүләп ауыл яғына юллана. Ҡыҙҙар уларҙы ҡыуып тотор өсөн таксисты артынан барыуҙы һорай. Тик теге "ғәрсел" егеттәр машинаға ултырыуҙан баш тарта.
Таксист та егеттәрҙән автомобилгә ултырыуҙы һорай. Әммә улары енләнеп китеп, насар һүҙҙәр әйтергә тотона. Һөҙөмтәлә водитель тегеләр менән һуғыша башлай. 18 йәшлеге бысаҡҡа йәбешеп, таксистҡа 12 тапҡыр сәнсә. Егет ҡаты яраланһа ла, ысҡына ала һәм рулгә ултырып ҡаса. Ул ғына түгел, ҡыҙҙарҙы әйткән адрестары буйынса алып барып еткерә, шунан һуң аңын юғалта.
Ошо ваҡытта осраҡлы рәүештә машинаһы янынан үтеп барған танышы булмаһа, хәлдең насар тамамланыуы ихтимал ине. Танышы уны тиҙ арала дауаханаға алып барып еткерә. Әле таксист ауыр хәлдә, реанимацияла.
Полиция ғәйеплеләрҙе таба, ҡыҙҙарҙан һорау ала. 18 йәшлек егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.