Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2020, 20:05
Ир менән ҡатын янып үлде...
Был ауыр хәбәр бөгөн кис Учалы районынан килде. Асыҡланыуынса...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала янғын сәбәпле булған фажиғәләр дауам итә. Насар хәбәр был юлы Учалы районының Баттал ауылынан килде. Йәштәр урамында урынлашҡан ағас йортта кискә ҡарай янғын сыҡҡан.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утты 20.13 сәғәттә һүндереүгә өлгәшәләр. Тик аҙаҡ инеп, емереклектәрҙе тикшергән саҡта ике үле кәүҙә табыла. Улар 1959 йылғы ҡатын менән 1968 йылғы ирҙеке була.
Тәфтиш-оператив төркөм һәм янғын тәүтикшереүсеһе янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Йәнә иҫкәртәбеҙ: көндәр һалҡынайтыу менән янғын хәүефе бермә-бер арта. Кешеләр мейескә нығыраҡ яға, электр ҡорамалдарын күберәк ҡуллана. Бындай ҡурҡыныс хәлдәр булмаһын өсөн барлыҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"