Хәүефһеҙлек
19 Декабрь 2020, 15:00

"Юлға үҙе йүгереп сыҡты..."

Бәрелеү шул тиклем көслө булған: машинаның капоты йәмшәйгән, алғы тәҙрәһе ватылған. Ә йәйәүле ҡатын...

Бөрө районында 16 декабрҙә бер ҡатынды бәрҙергәндәр. Был хаҡта республика буйынса ЮХХДИ идаралығы хәбәр итә.
Юл фажиғәһе киске сәғәттә Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһының 112-се километрында булған.
Асыҡланыуынса, туғыҙынсы модель “Лада” автомобилендә Мишкә районынан 35 йәшлек ир китеп барған, юлда 48 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Һуғылыу шул тиклем көслө булған: машинаның капоты йәмшәйгән, алғы тәҙрәһе ватылған.
Йәйәүле урында уҡ йән биргән. Водитель полиция хеҙмәткәрҙәренә, ҡатын үҙе юлға йүгереп сыҡты, туҡтап өлгөрмәнем, тип белдергән.
Хәлдең үҙенсәлектәре асыҡлана.
Фото: ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас