Өфөнөң Затон биҫтәһендә аяныслы хәл теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, Әхмәтов урамындағы ағас йорттарҙың береһендә ут тоҡана.
Уны ауыҙлыҡлау өсөн 13 янғын һүндереүсе һәм өс берәмек техника йәлеп ителә. Ут туҡтатылғас, үле кәүҙә табыла: ул ошо йорт хужабикәһе, 59 йәшлек ҡатын була.
Осраҡ буйынса тикшереү бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә.
Тиҙҙән Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, был осраҡта бигерәк тә ут менән һаҡ эш итеүегеҙ һорала, электр приборҙарын һәм йылытыу ҡоролмаларын һүндермәйенсә сыҡмағыҙ. Ут бер кемде лә аямай, һаҡ булығыҙ!
Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайты.