Учалы ҡалаһында бассейнда балаларҙың хлор парҙары менән ағыуланғаны тураһында яҙғайныҡ.
Ике тренер 6 малайҙан һәм 12 ҡыҙҙан торған төркөмгә йөҙөү буйынса күнекмәләр үткәргән була. Киҫкен хлор еҫенән кинәт барыһы ла үҙен насар тоя, дүрт бала дауаханаға оҙатыла. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән.
Прокуратура ғәҙәттән тыш хәлдең нисек килеп сығыуын, кем ғәйепле икәнлеген асыҡланы.
Хәл былай була: учреждениеның слесары душ бүлмәһендә канализацияны таҙарта һәм унда химик реагенттар ҡоя. Матдә торбалағы хлор ҡалдыҡтары менән реакцияға инә, ошо арҡала газ бүленеп, бассейнға тарала.
Әйткәндәй, хеҙмәткәр бер нисә тапҡыр енәйәт яуаплылығына тарттырылған була һәм бәлиғ булмағандар комиссияһының ҡарарынан тыш, белешмәһеҙ эшкә ҡабул ителә.
Балалар учреждениеһының етәксеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.