Улар араһында мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау барышында талаш сыҡҡан. 34 йәшлек ҡатын ирен хыянат итеүҙә ғәйепләп, көнләшеүҙән ярһып, күкрәгенә бысаҡ ҡаҙаған. Үҙе иҫенә килеп, нимә эшләгәнен аңлағас, тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртҡан. Зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған, уға операция яһалған.