Хәүефһеҙлек
20 Декабрь 2020, 09:00

"Шок хәлендә инем"

Машина юлдан ситкә осоп, ундағы 14 йәшлек ҡыҙ һәләк була, тағы ике кеше йәрәхәтләнә. Ә водитель ҡасып китә...

Башҡортостандың Кушнаренко район суды 18 йәшлек егетте биш йыл да алты айға колонияға ебәрергә тигән хөкөм ҡарары сығарған. Был уҡыусы ҡыҙҙың юл һәләкәтендәге үлеме менән бәйле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үлемесле авария 2020 йылдың 13 апрелендә Шәрип - Первушин юлының 10-сы километрында булғайны. Ватан автомобилендәге егет, идараны юғалтып, юлдан ситкә оса, ундағы 14 йәшлек ҡыҙ һәләк була, тағы ике кеше төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Ә ваҡиға урынын ташлап ҡасҡан водителдең үҙен полиция хеҙмәткәрҙәре бер нисә сәғәттән һуң ғына тотоп ала. Ул урындағы 18 йәшлек кеше булып сыға, өйөнә юл ыңғайы тура килгән машинаға ултырып ҡайтып етә лә иҫтән яҙа. Уны ла дауаханаға һалалар, шулай ҙа енәйәт яуаплылығынан азат була алмай. Тикшереүселәр аварияның уның арҡаһында килеп сыҡҡанлығын иҫбатларлыҡ материалдар туплап, судҡа ебәрә. Өҫтәүенә егеттең машинаға танытмаһыҙ көйө идара иткәнлеге лә мәғлүм була.
"Суд барышында ғәйепләнеүсе фажиғә урынын аңлы рәүештә ҡалдырып киткәнен инҡар итте, шок хәлендә инем, тип аңлатты", - тинеләр прокуратурала.
Шулай ҙа барыһын да тикшергәндән, асыҡлағандан һуң, суд уны юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кешене үлтереүҙә ғәйепле тип тапҡан һәм 5 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итергә, бынан тыш, мәрхүмәнең яҡындарына 800 мең һум күләмендә компенсация түләргә тигән ҡарар сығарған.

Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас