Хәбәр итеүебеҙсә, 15 декабрҙә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. "Мәрхәмәтлек йорто"ндағы янғында 11 кеше һәләк була, дүртәүһе үҙаллы сыға ала.
Башҡортостан Хөкүмәте резерв фондынан Әбйәлил районындағы ҡарттар йортонда сыҡҡан янғындан зыян күргәндәргә һәм уларҙың туғандарына бергә 1 167,3 миллион һум аҡса бүленгән. Был хаҡта "ТАСС" мәғлүмәт агентлығы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына һылтанма яһап хәбәр итә.
Был сумма бер тапҡыр түләнәсәк. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, янғында иҫән ҡалған биш кешегә - унар мең һум, һәләк булғандарҙың туғандарына мәрхүмдәрҙе ерләү өсөн 100-әр мең һум аҡса түләү ҡаралған.
Иҫән ҡалғандарҙың береһен ҡыҙы үҙ йортона алып ҡайтҡан, ҡалған икәүҙең береһен - Баймаҡтың Темәс психоневрологик интернатына, икенсеһен шул райондың Түбә ауылындағы ҡарттар йортона урынлаштырыу ҡаралған. Йәнә бер зыян күреүсе Асҡар үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә дауаланыуын дауам итә.
Үҙ туғандарын йәиһә ата-әсәһен ҡарамай, ҡарттар йортона тапшырғандар аҡса бүленеү менән үҙ-ара талаш сығармаҫ тимә... Туған хаҡының 100 мең булыуы ла мөмкин...
Фото: Башҡортостандың Тәфтиш комитеты.