Хәүефһеҙлек
21 Декабрь 2020, 11:45

Аяҡтары өҙөлгән...

...Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был мәлдә “КамАЗ” водителе машинаһынан сығып, уның янында баҫып торған. “ГАЗель” уны ла бәрҙереп киткән.

Ҡырмыҫҡалы районында ике йөк машинаһы менән ҡот осҡос авария теркәлгән.
Аяныслы хәл 20 декабрҙә, киске 10 тирәһендә булған.
Өфө – Ырымбур трассаһының 46-сы километрында 21 йәшлек Өфө кешеһе йөк “ГАЗел”ендә юл ситендә туҡтап торған “КамАЗ” ға барып бәрелгән.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был мәлдә “КамАЗ” водителе машинаһынан сығып, уның янында баҫып торған. “ГАЗель” уны ла бәрҙереп киткән. 49 йәшлек ирҙең аяҡтары өҙөлгән, уны бик ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡандар, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул, иҫенә килмәйенсә, вафат булған.
ЮХХДИ идаралығы белдереүенсә, ирҙең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус элементтар булмаған.
Әлеге ваҡытта хәлде тикшереү бара.
Фото: ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас