Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2020, 15:30

Ҡан компоненттары һаҡланған бүлек зыян күрмәгән

Иң мөһиме – ҡорбандар юҡ.

Кисә Өфө ҡалаһының Батыр урамында урынлашҡан Республика ҡан тапшырыу станцияһында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының юғары рангтағы көстәре тарафынан 80 квадрат майҙанды ялмаған ут тиҙ арала һүндерелә.
Учреждениеның баш табибы Рәмил Хәмитов «Честно говоря» программаһы журналистарына янғын сығыуҙың яҡынса сәбәптәрен атаны.
“Янғындың иң күп өлөшө баклабораторияларға тура килгән. Нигеҙҙә пластик ишектәр һәм тәҙрәләр янған. Бер-ике көн эсендә бинаны ипкә килтереп, шаршамбы йәки кесаҙна донорҙарҙы ҡабул итеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Бинаның ҡан компоненттары һаҡланған урыны зыян күрмәгән, дауаханалар ҡан һәм ҡан компоненттары менән тулыһынса тәьмин ителәсәк. Иң мөһиме – ҡорбандар юҡ. Ҡотҡарыусылар килеп еткәнсе, кешеләрҙе бәлә урынынан сығарып өлгөргәндәр, сөнки хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса күп тапҡыр күнекмәләр үткәрелде.
Янғын сығыуҙың төп сәбәптәрен янғын һүндереүселәр үҙҙәре асыҡлап әйтер. Уттың һыуыҡтар сәбәпле электрикаға көсөргәнештең артыуы арҡаһында килеп сығыуы ихтимал, тип уйлайым. Электр системаһын күптән түгел яңыртҡайныҡ", - тине баш табип.
Фото: “Честно говоря” программаһынан стоп-кадр.
Читайте нас