Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2020, 14:50

Балалар хәүефһеҙлеге – ололар намыҫында

Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа, нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки янғын беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, уның ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламауҙан килеп сыға.

Үкенескә ҡаршы, ата-әсәләр балаларына ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә ваҡыт тапмай. Шырпыны нисек ҡулланырға, янғын сыҡһа, нимә эшләргә, кешеләргә йәки үҙеңә беренсе ярҙамды нисек күрһәтергә – быларҙың барыһы тураһында өйҙә һөйләшеү алып барылырға тейеш, сөнки янғын беҙҙең һаҡһыҙлыҡтан, уның ниндәй ҡурҡыныс янауын аңламауҙан килеп сыға.


Һәр өйҙә балаларға күренгән урында ашығыс хеҙмәт телефондары яҙылған иҫкәрмә эленеп тороуы һәйбәт. Улар күрһәтелгән һандарҙы йыйып, белгес кәңәштәре ярҙамында артабан нимә эшләргә кәрәклеген беләсәк. 01 – янғын һағы телефонын иҫтә ҡалдырыуы еңел, кеҫә телефо­нынан 101 һандарын йыйырға була. Шулай уҡ уны яҡындарға бер генә төймәгә баҫып шылтырата алыр­лыҡ итеп көйләп була, сөнки улар баланы тынысландырып, нимәләр эш­ләргә кәрәклеген әйтеп ярҙам итә ала.
Бәләкәй балаларҙы бигерәк тә электр шнуры һәм розеткаһы ҡыҙыҡ­һындыра. Тимәк, уларҙы йыйырға, ә розеткаларҙы ҡапларға кәрәк. Теле­визорҙың да ышаныслы, аумаҫлыҡ урында тороуы мөһим.
Өлкәндәр түбәндәгеләргә иғтибар итергә тейеш:

* шырпы, ҡабыҙғыс, бенгаль уттары, шәмдәр, шартлатҡыстар бала­ларҙың буйы етмәҫлек урында булһын;

* газ һәм электр приборҙары менән балаларға өлкәндәр булғанда ғына ҡулланырға рөхсәт итергә;

* тиҙ тоҡана торған (бензин, ацетон, спирт) шыйыҡсаларҙы балалар ала алмаҫлыҡ урында һаҡларға;


Балалар түбәндәге янғын хәүеф­һеҙлеге хаҡында ябай ҡағиҙәләрҙе белергә тейеш:

* шырпы, ҡабыҙғыс менән шаярырға ярамай;

* ут менән (һарайҙа, баҙҙа, сарҙаҡта) уйнарға ярамай;

* 16 йәшкә тиклем пиротехника әйберҙәрен ҡулланмаҫҡа;

* ҡабыҙылған электр прибор­ҙарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмаҫҡа.


Балаға янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтегеҙ:

* әгәр йортта ут сыҡһа, унан сығырға тырышырға кәрәк;

* янғын ваҡытында карауат аҫтында йәки шкафта йәшенмә – ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу ауыр буласаҡ;

* әгәр ҙә кейемең янып китһә, ергә ят та ауна. Ҡулыңды бешерһәң, һыуыҡ һыу аҫтында тот һәм өлкәндәрҙе ярҙамға саҡыр;

* әгәр ҙә подъезда ут йәки төтөн булһа, өйҙән сыҡма. Тәҙрәне йәки балконды асып ярҙамға саҡыр;

* янғын ваҡытында лифттан файҙаланырға ярамай: уның ҡаттар араһында тотҡарланыуы ихтимал;

* әгәр ҙә мөмкинлек булһа, өйҙән сығырға һәм күршеләрҙең ишеген шаҡырға;

* янғын ваҡытында ата-әсәләргә йәки яҡын туғандарға шылтыратырға һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыртыуҙы һорарға.

* әгәр ҙә өйҙән сыға алмаһағыҙ, балконға йәки иң төпкө бүлмәгә инеп, ишекте ныҡ итеп ябырға ла өлкәндәргә шылтыратырға йәки тәҙрәнән ярҙам һорап ҡысҡырырға.

* әгәр ҙә төтөн подъездан өйгә инһә, ишекте асма, өлкәндәргә шылтырат йәки балконға сығып “Янғын! Ярҙам итегеҙ!” тип ҡысҡыр.
Читайте нас