Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2020, 14:48

Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай...

Ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәйек.

Янғын күҙ асып йомған арала йылдар буйы йыйған мөлкәтеңде юҡҡа сығара, ғүмерҙәрҙе ҡыя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала ошондай бәләләр һаны арта, утта кешеләрҙең үлеүе хәүефкә һала.


Янғын ни сәбәптән сыға, был афәтте булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы БР буйынса Баш идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше буйынса Учалы район-ара бүлеге начальнигы Рим ЙӘРИЕВКӘ мөрәжәғәт иттек.


– Йортоңдоң янып китеүе, һарай, гараж, мунсаңда ут сығыуы – һәр саҡ ҙур фажиғә, айырыуса ул кеше ғүмерен алып китһә – бындай ҡур­ҡыныс ваҡиғалар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең төбәктә лә йыш булып тора. Учалы районында йыл башынан бөгөнгә тиклем 254 янғын теркәлде, былтырғы осор менән сағыштырғанда 38 осраҡҡа артыҡ. Утта һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, 10 ке­ше йәрәхәтләнде. 2019 йыл менән сағыштырһаҡ, шулай уҡ беренсе күрһәткес – өс, икенсеһе биш осраҡҡа кү­берәк.
Беҙҙең бүлеккә ҡараған Әбйәлилдә лә хәлдәр маҡта­нырлыҡ түгел. 168 янғын тер­кәлде (25 осраҡҡа күп), 18 ке­ше һәләк булды, биш кеше йәрәхәтләнде – был күрһәт­кестәр, былтырғы менән са­ғыш­тырғанда, күпкә юғары.


– Янғын сығыуҙың төп сәбәбе нимәлә?

– Әбйәлил һәм Учалы райондарындағы фажиғәләр­ҙең сәбәбен асыҡлау буйынса әле тикшереүҙәр бара, һы­ғымта яһарға иртәрәк. Дөйөм алғанда, янғындарҙың төп сәбәбе – электр ҡорамалдары­ның төҙөк булмауы, мейестән фай­ҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү.
Быйылғы йәйҙең эҫе һәм ҡоро килеүе ошо миҙгелдә янғындарҙың күп сығыуына сәбәпсе булды. Урмандарҙа, ҡырҙа янғындар теркәлде, ҡоро үлән күпләп янды. Йәйге осорҙа ҡоро һәм елле көн­дәрҙә тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғыу, йортта мейес тоҡан­дырғанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итеү ҙур бәләләргә килтерҙе.
Ошонан сығып һығымта яһарға мөмкин – күбеһенсә кешеләрҙең битарафлығы сәбәпле янғындарға юл ҡу­йыла. Шунлыҡтан ябай хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү тураһында онотмағыҙ.
Иң элек йортта электр селтәренең торошона иғтибар итегеҙ, ҡыҫҡа замыкание килеп сыҡмаһын өсөн, унда көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә, телевизор, көнкүреш электр при­борҙарын, газ плитәһен һүн­дерергә онотмағыҙ. Тиҙ то­ҡаныусан материал менән эш иткәндә, тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙ биләгән ер­ҙәрҙе сүп-сарҙан, кипкән үлән­дән таҙартығыҙ. Бесән һәм утынды торлаҡ биналар эргә­һендә һаҡламағыҙ. Йәйге осор­ҙа ҡоро һәм елле көн­дәрҙә тышта усаҡ яҡмағыҙ, мейес тоҡандырмағыҙ, янғын хәүефе тыуҙырған эштәргә тотонмағыҙ.
Һүнеп бөтмәгән ҡуҙҙы, көл­дө йорт, кәртә-ҡура тирә­һенә түгеү бик хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерергә һәм айырым билдәләнгән махсус урынға түгергә кәрәк. Мейес­тәрҙе һәм төтөн юлдарын даими тикшереп тороу, йылына бер тапҡыр мөрйә­ләрҙе ҡоромдан таҙартыу мотлаҡ.


– Янғында балаларҙың ғүмере ҡыйылыуы, йәрә­хәт­ләнеүе хәүефкә һала...

– Эйе, өлкәндәрҙең ғәмһеҙ­лек күрһәтеп, балаларҙың үҙҙәрен генә йортта ҡалдырып китеүе һәм уларҙың ут менән шаярыуы ҡот осҡос эҙем­тәләргә килтерә – быйыл республикала 13 бала янғын ҡорбаны булды. Учалы райо­нының Юлдаш ауылында февраль айында теркәлгән фажиғә бар республиканы шаҡ ҡатырҙы. Өс бәләкәй баланың йортта ҡарауһыҙ ҡалыуы фажиғәгә килтерә: ике йәшлек малай үлә, уның ике ағаһы йәрәхәтләнә.
Балаларҙы бер ҡасан да үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдыр­мағыҙ, уларға мейесте һәм йылытҡыстарҙы ҡарап торорға ҡушмағыҙ, шырпыны буй етмәҫлек ергә йыйығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
Бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын иҫ­кәрткес ҡулайламалар урын­лаштырырға кәрәк. Элек автономиялы датчиктар социаль яҡтан ауыр хәлдәге балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә бушлай таратыла ине, хәҙер бындай ҡоролмалар балалары булған бөтә ғаиләләргә лә бирелә. Ошо көндәрҙә Әбйә­лил районында ҡулайлама күп балалы ғаиләне фажиғәнән аралап ҡалды.


– Күп осраҡта эскән ке­ше­ләр, социаль хәүеф төр­көмөнә ҡараған граждандар янғын сығыу хәүе­фен тыуҙыра. Улар­ҙың йорт­тарында ут сығыу осраҡ­тары йыш теркәлеп тора.

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, эскән кеше уяулығын юғалта йә тәмәке тоҡандырып йоҡлап китә. Насар ғәҙәттәре булған­дар үҙенең генә түгел, яҡын­дарының да, күрше­ләренең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Кеше үҙ ғәйебен аҙаҡ ҡына аңлай ҙа ул, ләкин һуң була. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙ ғәйебен танып та өлгөрмәй, мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Асоциаль тормош алып барған граждандарҙы иғтиба­рығыҙҙан ҡалдырмағыҙ – уларҙың вайымһыҙлығы арҡа­һында үҙегеҙҙең бәләгә тары­уығыҙ ихтимал. Ундай граждандар һеҙҙең эргәлә йәшәһә, йыш ҡына эскелек табыны ҡорорға яратһа, власть органдарына хәбәр итегеҙ.


– Рим Урал улы, бары­быҙ ҙа һағынып көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Быйыл беҙ уны тәүге тапҡыр ҡатмар­лы коронавирус пандеми­яһы шарттарында ҡаршы аласаҡбыҙ. Бер ни тиклем сикләүҙәр булһа ла, байрам барыбер билдә­ләнә­сәк бит. Яңы йыл байрамын хәүефһеҙ итеп үткә­реү өсөн нимәләр тәҡдим итер инегеҙ?

– Яңы йыл байрамы – кү­ңелле, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы осор, әммә был көндәрҙә кәйеф-сафа менән бергә хәүеф-хәтәр ҙә арта. Ҡышҡы каникулды имен-аман үткәреү өсөн ололарға ла, балаларға ла айырыуса иғти­барлы, һаҡ булырға кәрәк.
Статистика буйынса, ғин­уарҙың тәүге яртыһында ян­ғын осраҡтары ике тапҡырға арта. Былтыр, мәҫәлән, Учалы һәм Әбйәлил райондары биләмәләрендә йылдың тәүге 10 көнөндә туғыҙ янғын осрағы теркәлде. Янғында 1950 йыл­ғы ҡатын һөрөм менән ағыуланып һәләк булды.
Бәләнең төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, иҫерек килеш тәмәке тартыу, мейес­тәр һәм электр ҡорамалдары ҡулланғанда янғын хәүеф­һеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау.
Ҡазаны булдырмаҫ өсөн, шыршыны ныҡлы итеп урын­лаштырығыҙ, бинанан, йорттан сығыу урындарын ҡапла­мағыҙ. Шыршы ботаҡтары менән стена, түбә араһында кәм тигәндә бер метр ара ҡалһын. Боҙоҡ гирляндаларҙы ҡулланмағыҙ. Петардалар, бенгаль уттары һәм башҡа шартлатҡыстар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.
Пиротехниканы ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған әйберҙәргә, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют ат­тырмағыҙ, ракета һәм фе­йерверктарҙы көслө ел бул­ғанда, кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡан­дырмағыҙ, петарда­ларҙы аяҡ аҫтына ташла­мағыҙ, тоҡан­дырғанда тәмәке тартмағыҙ.
Электр сымдарының, үткәр­гестәрҙең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙыр­мағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән яһа­ған приборҙарҙы файҙа­ланмағыҙ. Эшләп торған электр ҡорамалдарын ҡарау­сыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тарт­мағыҙ.
Дөйөм алғанда, Яңы йыл байрамы имен-аман үтһен өсөн, контролде юғалтмағыҙ, һәр нәмәлә сама белегеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Читайте нас