Хәүефһеҙлек
22 Декабрь 2020, 14:52

Сыйылдай... һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Башҡортостанда йорттарға янғын хаҡында иҫкәрткән ҡулайламалар ҡуйыу программаһы әүҙем ғәмәлгә ашырыла, әммә был хаҡта барыһы ла белеп етмәй.

Янғын иҫкәрткес. Ул ниндәй ҡулайлама?


Ул — консерва банкаһына оҡшаш ҙур булмаған электр ҡорамалы. “Крона” тип аталған бәләкәй генә батарейка ярҙамында эшләй. Иҫкәрткесте йоҡо һәм йәшәү бүлмәләренең түбәһенә беркетәләр. Әгәр фатирҙа янғын башланһа, төтөндө һиҙеү менән ул сыйылдай башлаясаҡ.


Кеше ғүмерен ҡотҡара аламы?


Эйе, был – ғәмәлдә раҫланған ысынбарлыҡ. Һуңғы осорҙа ғына Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәре ярҙамында 476 кешенең, шул иҫәптән 195 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Бәләнән ҡотолған һәр кешенең үҙ тарихы, әммә уларҙың барыһын да бер нәмә берләштерә: улар үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала алған.


Һуңғы миҫалдар


l 5 декабрҙә Ғафури районының Аҡкүл ауылында янғын сыға. Ҡотҡа­рыусылар килгәндә, 60 квадрат метр майҙанлы йорт яна. “Ҡыҙыл әтәс” тиҙ ауыҙлыҡлана. Бәхеткә күрә, оло йәштәрҙәге ғаилә пары зыян күрмәй. Аҡкүл ауыл биләмәһе хакимиәте 2019 йылда йортҡа программаға ярашлы янғын иҫкәрткес ҡулайламаһы урынлаштырған була. Ир менән ҡатын уның тауышын ишетеп уяна ла тиҙ генә бәлә урынынан эвакуациялана.


l 6 декабрҙә Әбйәлил районында янғын иҫкәрткес алты кешене фажи­ғәнән ҡотҡара. Ағас йортта ут сыҡҡан ваҡытта хужабикә 2009, 2012, 2014, 2020 йылғы балалары һәм әхирәте менән бер бүлмәлә була.


Хужабикә веранданан иҫкәрт­кес­тең тауышын ишетә. Тимер ишектең тишегенән ҡараһа, утты абайлап ҡала. Кейенергә, документтарҙы алыр­ға ваҡыттары булмай, әхирәте менән тиҙ генә залдың тәҙрәһе аша балаларҙы урамға сығаралар. Бер кем дә зыян күрмәй, әммә йорт янып бөтә.


Ысынлап та, уны бушлай алырға мөмкинме?


Эйе, мөмкин. 2016 йылдан алып ташламалы программа буйынса 243,5 мең ғаиләнең торлағына янғын иҫ­кәрт­кестәр ҡуйылған. Башҡортостанда был ҡулайламаны бушлай ҡуйҙы­рыуға түбәндәге граждандар хоҡуҡлы:

* аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр;

* бала тәрбиәләгән һәм социаль йәһәттән хәүефле торошта һаналған ғаиләләр;

* сабыйҙары тыуған ғаиләләр.


Уны ике төрлө юл менән алырға мөмкин:

* Түбәндәге телефондар буйынса телдән ғариза ҡалдырырға: +7(347) 272-00-24;

* Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтының “Граждандар мөрәжәғәте” бүлегендә ғариза ҡалдырырға: gkchs.bashkortostan.ru


Һаҡ булығыҙ! Башҡортостанда янғын иҫкәрткестәр ҡуйыуға бәйле мутлыҡ осраҡтары ла теркәлгәне бар. Үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығы хеҙмәткәрҙәре тип танытып, йорттоң һәр ун квадрат метрына бер янғын иҫкәрткес һатып алырға мәжбүр итеп, бынан тыш, уны ҡуйыу өсөн өҫтәмә хаҡ һорап йөрөүселәр ҙә бар.


Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт махсус формала йөрөй, мотлаҡ рәүештә таныт­маһын күрһәтә һәм ҡулайлама ҡуйырға тәҡдим итә генә ала.


Мин ташламалы программанан файҙалана алмайым. Иҫкәрткесте үҙем һатып алырға тейешменме?


Эйе, ул артыҡ ҡиммәт тә түгел. Бер янғын иҫкәрткестең хаҡы — яҡынса 250-300 һум тирәһе. Уны махсус сауҙа нөктәләренән генә һатып алырға кәңәш ителә (ғәҙәттә, улар янғын частары янында урынлаша). Сертификатланған һәм тикшерелгән ҡулайламаларҙан тыш, уларҙың арзан аналогтары ла һатыла, әммә уларҙың сифатын бер кем дә һынап ҡарамаған. Яҡындарығыҙҙың хәүеф­һеҙлеге янда ҡалған йөҙ һумдан ҡиммәтерәк булыуы бәхәсһеҙ.


Уны ҡайҙа һәм нисек ҡуйырға?


Тәү сиратта янғын иҫкәрткес мот­лаҡ йоҡо бүлмәһенә ингән ерҙә ҡуйы­лырға тейеш. Мәҫәлән, коридор, ингән урын йәки зал. Аш-һыу һәм йыуыныу бүлмәһенә урынлаштырыу кәңәш ител­мәй, сөнки ризыҡ әҙерләгәндәге йәки эҫе һыу быуы арҡаһында иҫкәрт­кестең эшләй башлауы ихтимал.


Уны ҡуйыу артыҡ мәшәҡәтле түгел — бүлмә түшәменең уртаһына ҡаҙаҡ ярҙамында беркетелә. Ике яҡлы скотч ҡулланырға ярамай!


Даими рәүештә төҙөклөгөн тикшереп тороу зарур: иҫкәрткестәрҙең ҡайһы бер төрҙәрендә махсус индикатор бар, икенселәренә сигналды тикшереү кнопкаһы ҡуйылған.


Бер нисә йыл элек Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында янғын ваҡытында өс кеше — 38 йәшлек әсә, уның йәш ярымлыҡ улы һәм 30 йәшлек ир янып үлде. Өйҙәге янғын иҫкәрткес сигнал бирмәгән, сөнки батарейкаһының көсө бөткән булған. Әгәр ҡулайлама төҙөк булһа, был ҡазанан ҡотолоп ҡала алырҙар ине.


Яҡындарығыҙға ярҙам итегеҙ


Әлбиттә, хатта иң заманса янғын иҫкәртеү ҡулайламаһы ла бәлә-ҡазанан тулыһынса йолоп ҡала алмай. Иң һөҙөмтәле һәм файҙалы алым — иҫкәртеү һәм контроль. Үҙегеҙҙән тыш, күршеләрегеҙ тура­һында ла онотмағыҙ, бигерәк тә яны­ғыҙҙа тәртипһеҙ тормош алып барған, эскән кешеләр, яңғыҙ пенсионерҙар йәшәһә.


Күп кенә райондарҙа был изге эшкә эшҡыуарҙар ҡушылды, улар бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән барлыҡ ғаиләләргә янғын иҫкәрткес­тәр һатып алып бирә.


Әйткәндәй...


БР Башлығы Указына ярашлы, республикала янғынға ҡаршы ҡора­малдарҙы етештереү юлға һалына, етештереүселәргә ярҙам күрһәтелә.


Өфөнөң оборона предприятие­ларының береһендә аккумуляторлы янғын иҫкәртеүсе ҡулайламалар етештерелә башланы. 10 йыл хеҙ­мәт­кә иҫәпләнгән приборҙың туҡланыу элементтарын файҙаланып бөткәнгә тиклем алмаштырыу талап ителмәй.


Фәрит ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

— Статистика буйынса, янғын ваҡытында кешеләр башлыса ут ҡапҡан әйберҙән таралған еҫтән ағыуланып, ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмайынса үлә. Йорттағы янғын иҫкәрткестәр хәүеф хаҡында хәбәр итеп, кешеләрҙе бәләнән аралап ҡала.


Ҡыш көнө ныҡ һыуытһа, ҡайһы бер граждандар йорттарын электр йылытҡыстары ярҙамында йылыта.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы халыҡты электр йылытҡыстарҙы ҡулланғанда иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә:

* авариялы һүнеү ҡоролмаһы булған йылытҡысты ғына ҡарап һатып алығыҙ;

* йылытҡысты иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ;

* йорт йыһаздарына яҡын ҡуймағыҙ;

* кер киптереү өсөн ҡулланмағыҙ;

* һәр ваҡыт саңдан таҙартып тороғоҙ, сөнки саңдан янғын тоҡанып китеүе бар;

* үткәргестәрҙе балаҫ аҫтына һалмағыҙ, ышҡылып ҡыҙыу мөмкинлеге бар;

* йылытҡысты еңел тоҡаныусан материалдарҙан эшләнгән әйберҙәргә ҡуймағыҙ;

* электр вилкалары һәм розеткаларының йылыныуына иғтибар итегеҙ –электр приборының боҙолоуы йәки электр селтәренең көсөргәнешле эшләүенең беренсе билдәһе ул;

* балаларҙы эшләп торған йылытҡыс менән бер бүлмәлә ҡалдырмағыҙ.
Читайте нас