Кисә Учалы районының Шартым ауылында бала юғалған. 15 йәшлек Ирина Ч. өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Был турала төндә "Лиза Алерт" эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мәктәп уҡыусыһы үҙаллы икенсе район йәки ҡалаға сығып китеүе ихтимал. Әле үҫмерҙе эҙләү өсөн ирекмәндәр ярҙамы кәрәк.
Иринаның билдәләре: буйы 176 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәсе һары, күҙҙәре күк төҫтә. Зәңгәр һыҙатлы куртка, ҡара төҫлө лосина һәм аҡ кроссовка кейгән, алһыу төҫтәге сумкаһы булған. Ҡыҙыҡай үҙе менән паспортын да һалып алған.
Тағы шуныһын билдәләйбеҙ, Ирина быға тиклем дә өйөнән сығып киткән булған. 2017 йылда 12 йәшлек сағында ла ҡасҡан, ул ваҡытта табылған.
Ҡыҙыҡайҙың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ, 8(800)700-54-52 ("Лиза Алерт") йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.